Рәсәй Үҙәк банкы ГОЭЛРО планының 100 йыллығы һәм Рәсәй Иҫәп палатаһының 25 йыллығы уңайынан 3 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәләр сығара. Уларҙың һәр ҡайһыһының тиражы 3-әр мең дана.
Ҡиммәтле металдың ауырлығы 31,1 грамм, ҡатнашма 925-се пробалы. Яңы аҡсаны иҫәпләшеү өсөн дә ҡулланырға мәмкин, әммә уның үҙҡиммәте номинал хаҡынан күпкә ҡиммәтерәк.
Гөлдәриә Йосопова.




