Радий Хәбиров профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Радий Хәбиров профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы
Фото №1 - Радий Хәбиров профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Быйыл Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторолоуға 30 йыл тула, шулай уҡ илдә профсоюз хәрәкәте барлыҡҡа килеүҙең 115 йыллығы билдәләнә. “Профсоюздар федерацияһы республикала иң абруйлы йәмәғәт берләшмәләренең береһе иҫәпләнә. Ул ярты миллиондан ашыу хеҙмәткәр һәм студентты берләштерә. Профсоюздар граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, ҡануниәтте камиллаштырыу, социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур эш алып бара. Беҙҙең һәм һеҙҙең маҡсаттар уртаҡ. Башҡортостанда йәшәү шарттары яҡшырһын һәм хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы эш хаҡы алһын тип   тырышабыҙ. Федерацияның әүҙем ағзаларына уңыш, сәләмәтлек һәм именлек тәлейем”, - тиелә Республика Башлығы ҡотлауында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ