Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов биләмәлә күсмә ултырыш үткәрҙе. Әле майҙансыҡта буласаҡ завод һәм цехтар биналары төҙөлә, инженер селтәрҙәре һуҙыла. “Өфө” индустриаль паркы Шаҡша биҫтәһе янында урынлашҡан. Бында ағас эшкәртеү, быраулау ҡорамалдары, насос етештереү, автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса ойошмалар була.





