Бөгөн “Рәсәй терәге” ойошмаһы төбәк бүлексәһе һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы онлайн осрашыу үткәрә. “Унда янғын хәүефһеҙлеге һәм бизнесты тикшереү тәртибе буйынса һорауҙар ҡарала”, - ти “Рәсәй терәге” ойошмаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева.
Трансляция көндөҙгө дүрттә интернетта ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт “Рәсәй терәге” ойошмаһы төбәк бүлексәһе сайтында.





