Ошолай тип аталған китап донъя күрҙе. Бында Булат Солтангәрәев премияһы лауреаттары әҫәрҙәре ингән. Китапта шулай уҡ бүләкләнеү сараларынан фотоһүрәттәр урын алған. Премия кураторы Айбулат Ишназаров әйтеүенсә, конкурста йыл һайын 100-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студент ҡатнаша.





