Декабрҙәге үтергә тейешле осрашыуҙар ваҡыты үҙгәрҙе. Киләһе айҙа Өфө волейболсылары Новосибирскиҙан “Локомотив”, Ҡазандан “Зенит”, Кемерованан “Кузбасс” һәм Белгородтан Белогорье менән уйнай. Эпидемиологик хәлгә бәйле волейбол уйындарына тамашасылар индерелмәй. Интернетта тура трансляция ойошторола.





