Татарстанда ҡош киҙеүе таралыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Сиктәш булған Баҡалыла әле профилактик саралар күрелә. Беҙҙең студия менән тура элемтәлә район ветеринария станцияһы етәксеһе Айрат Ғүмәров.
Башҡортостанда халыҡҡа ҡош-ҡортон һуйып ҡалырға кәңәш ителде.
Республикала 13 миллион ярым ҡош-ҡорт иҫәпләнә, уларҙың 3 миллион самаһы шәхси хужалыҡтарҙа. Шәмбе Башҡортостан Ветеринария идаралығы видео конференция тәртибендә кәңәшмә уҙғара. Унда район хакимиәте башлыҡтары ҡатнаша.





