Башҡортостан йорттарында – Стәрлетамаҡ лифттары

Башҡортостан учреждениелары һәм һәм күп ҡатлы йорттарында Стәрлетамаҡ лифттары ҡуйыла башлаясаҡ.

Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы эш сәфәрендә белдерҙе. Ҡалалағы “Руско лифт” заводы Көньяҡ Корея компанияһы менән берлектә төҙөлгән. Тимәк, Белоруссияның Могилев заводы етештергән лифттарын үҙебеҙҙең төбәк продукцияһы алмаштырасаҡ. Төбәктең импорт продукцияны үҙебеҙҙеке менән алыштырыу сәйәсәте эшенең бер һөҙөмтәһе был.

“Беҙҙә алмаштырылырға тейешле лифттар күп”, – тине республика Башлығы.

“Руско лифт” компанияһы йылына 4 меңгә тиклем лифт етештереү көсөнә эйә. Быйылға 1,5 мең берәмек продукция сығарыу планы ҡуйылған. Был күләм республиканың лифт фондын яҡын киләсәктә модернизациялау буйынса тәүге аҙымдар ғына. Компанияла әлеге мәлдә 100 хеҙмәткәр эшләй, заказдар артыу менән штат та үҫәсәк.