Республикала Бөтә Рәсәй халыҡты тестлау акцияһы тамамланды.
Сара йомғаҡтары Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактиклау һәм көрәш үҙәгендә барланды. ВИЧ-ҡа экспресс-тест уҙғарыуға 15 минут ваҡыт китә. Был ваҡыт эсендә ауырыуҙы йоҡтороу юлдары һәм иҫкәртеү ҡағиҙәләре тураһында белергә мөмкин.
Тейешле терапия уҙғарған осраҡта ВИЧ-инфекцияһы йоҡтороусылар ҙа йәшәй ала . Был турала Рәсәйҙең 26 төбәгендә – Камчатканан Татарстанға тиклем төбәктәрҙә үтәсәк семинарҙарҙа һүҙ барасаҡ. Мобиль тестлау пукттары 216 ҡала аша үтәсәк. Акция һуңғы йылдарҙа иң күләмлегә әйләнеүгә дәғүә итә.
Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры
Гөлдәриә Йосопова.




