Өфөнөң Йүрүҙән микрорайонында йәшәүселәр парковка төҙөлөшөнә ҡаршы сыҡҡан

Быйыл күп ҡатлы йорттар янында барак һүтелгән, биләмәне межалау проекты буйынса буш урында күп кимәлдәге автотуҡталҡа булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ был башланғысты хупламай, тирә-яҡты йәшелләндереү яҡлы булып сығыш яһай.

Авария хәлендәге йорттан халыҡты күсергәндән һуң, бина өс йыл һүтелмәй торған. Өфөнөң Кавказ урамында йәшәүселәр төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, уны ер менән тигеҙләүгә ирешә. Әммә ҡыуаныс оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Биләмәне межалау планы буйынса бында автотуҡталҡа төҙөләсәк. Яҡындағы күп ҡатлы йорт милекселәре башланғысҡа ҡаршы сығып, дәғүәләрен белдерә.

Барак һүтелгәндән һуң, урындағы халыҡ биләмәләге асыҡ баҙҙарҙы яба. Уба ер булғанға, участкала күп кимәлдәге парковка төҙөлөшө алып барыу хәүефле тигән ҡарашта улар. Тирә-яҡты йәшелләндереп, яңы ял урыны – сквер булдырыу тәҡдиме менән яналар.

Эргәләге күп ҡатлы йорттарҙың күбеһендә ер аҫты парковкаһы бар. Инициатив төркөм ағзалары билдәләүенсә, урамда автомобиль ҡалдырыу өсөн дә урындар етерлек. Граждандар Өфөнөң ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп, киҫкен мәсьәлә буйынса рәсми яуаптар алған. Асыҡланыуынса, әлегә төҙөлөш көтөлмәй.

Биләмәлә төҙөлөш бармай, быға рөхсәт ҡағыҙҙары ла юҡ. Шулай ҙа Өфөнөң Кавказ урамында йәшәүселәр тынысланырға уйламай. Бөгөндән үк  парковка тәҡдименә ҡаршы сығып, стена кеүек баҫырға әҙерҙәр. Теләктәре бер. Буш биләмәлә скверҙан тыш, спорт майҙансығын да булдырыу.

Фото №1 - Өфөнөң Йүрүҙән микрорайонында йәшәүселәр парковка төҙөлөшөнә ҡаршы сыҡҡан

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ