Күләмле проет сиктәрендә Балаҡатай районы биләмәләре лә тәртипкә килтерелә. Район үҙәгендә күп ҡатлы йорт биләмәһе яңыртылып, балалар майҙансығы менән йыһазландырыла. Бынан тыш ауылдағы ял паркында ла малай-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Балаҡатай районынан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһы.
Күптән түгел буш торған паркта хәҙер малай-ҡыҙҙарҙың тауышы тынмай. Ауылдағы берҙән бер парктың төҙөкләндерелеүен урындағы халыҡ оҙаҡ йылдар көтә һәм уларҙың теләге бойомға аша. Яңы Балаҡатайҙа асылған балалар майҙансығында кескәйҙәр иртәле-кисле әүҙем уйындар уйнап буш ваҡытын саф һауала үткәрә.
Үҙәк паркты төҙөкләндереү өсөн федераль бюджеттан 7 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Майҙанды төҙөкләндереү буйынса төп эштәр тамамланһа ла киләһе яҙ биләмәне йәшелләндереү һәм биҙәү саралары көтөлә. Әйткәндәй, Балаҡатайҙа бынан тыш төҙөлөш эштәре байтаҡ. Күптән түгел «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә үҙәк урамдарҙың береһе тәртипкә килтерелә.
2024 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төбәктә күп фатирлы йорттарҙа граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу маҡсаты тора Эштәр исемлегенә ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы уйын майҙансыҡтарын йыһазландырыу. Былтыр проектҡа ярашлы Башҡортостанда 400 ихата тәртипкә килтерелгән.
Флорида ким.




