Киләсәктә ошондай бренд килеп сығыуы ихтимал. Һәр хәлдә уға башланғыс бар. Мәләүез ҡалаһында эшҡыуар тәпешкәләр тегеү буйынса цех асҡан. Үҙ эшен башлап китергә уға республикала тормошҡа ашырылған пилот проекты ярҙам иткән. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Ҡалын кейеҙҙе үлсәм буйынса профессиональ ҡайсы менән генә тигеҙ киҫеп була. Был эште, бәлки, Елена күҙен йомоп та башҡара алалыр. Сөнки күңеле менән ошо эште ярата. Кейеҙ менән мауығыуына дүрт йыл тирәһе. Быйыл үҙ иткән шөғөлөн бизнесҡа әйләндергән.
Киләсәктә йүнсел ханым кейеҙҙе лә үҙе баҫырға ниәтләй. Уның өсөн бинаның икенсе ҡатын ҡуртымға алып ҡорамалдар һатып алмаҡсы. Әле эш бер бүлмәлә. Ҡалын һәм йоҡа кейеҙҙе тегеү өсөн ике машинка һатып алған. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙа республикала эшләгән проект ярҙам иткән. Ике бала әсәһе был турала күптән хыялланған, әммә старт өсөн капитал туплай алмаған. Уртаса йәшәү минимумынан түбән килемле ханым адреслы социаль ярҙам программаһына ингән. Бының өсөн ул тәүҙә эшҡыуар булараҡ теркәлгән һәм бизнес-проект яҡлап 250 мең һум грант отҡан.
Тәпешкәләр бөтәһе лә кейеҙҙән тегелһә лә, бер-береһен ҡабатламай. Шәхси эшҡыуар киләсәктә уларҙы баҙарға сығарып һатасаҡ. Быйма баҫыу ниәте лә бар.
Социаль контракт буйынса дәүәләттән ярҙамды аҙ тәьмин ителгән һәм утраса йәшәү минимумынан түбән килемле яңғыҙҙар ала.
250 мең һум аҡса эш башлау өсөн ҡорамал, матди- етештереү запастары һәм эш урындары булдырыу өсөн бирелә.
Социаль программа буйынса аҡса өс төрлө маҡсатта бүленә- эш эҙләүҙә, һөнәри һәм өҫтәмә белем алыуҙа һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә. Башҡортостан ил субъекттары араһында был проектҡа быйыл ингән. Ул граждандарҙың килемен арттырыу, фәҡирлек кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә иҫәпләнгән.
Рәмилә Исмәғилева.




