Бөгөн Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө

Байрам уңайынан илдәге иң күләмле йәмәғәт ойошмаһының Өфөләге офисында музей яңыртылды.

Унда хеҙмәтсәндәрҙең законлы хоҡуҡ һәм мәнфәғәттәрен яҡлау тарихы сағыла. Башҡортостан профсоюздар федерацияһында  экспозиция 2011 йылдан эшләп килә. Быйыл ул киңәйтелде яңы экспонаттар менән тулыланды. Улар араһында йәшерен грифы менән билдәләнгән документтар, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Профсоюз билеты ла бар.

Экспозицияла шулай уҡ Президент Борис Ельцин исеменә ебәрелгән Башҡортостан профсоздары мөрәжәғәте лә урын алған. Документ аҫтында ярты миллиондан ашыу хеҙмәтсәндең ҡултамғаһы ҡуйылған, ул эш хаҡын күтәреү һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһенә ҡағыла.

22 йыл дауамында Башҡортостан Профсоюздар федерацияһын етәкләгән Әмирхан Сәмерханов фекеренсә, музей тәү сиратта йәш быуынды тәрбиәләү өсөн кәрәк.

Фото №1 - Бөгөн Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ