Быйыл 9 айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында 376 кеше һәләк булған

Быйыл 9 айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында 376 кеше һәләк булған
Фото №1 - Быйыл 9 айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында 376 кеше һәләк булған

Үлемесле юл ҡазаларының 96 проценты федераль трассала теркәлгән. Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдерҙе. Водителдәр тиҙлекте арттырған, шулай уҡ рөхсәт ителмәгән урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. “Күп кенә авариялар иҫерек водителдәрҙең намыҫында”, - тине ведомство башлығы. Автоэксперт Хәлим Әйүпов әйтеүенсә, хәҙер водителдәргә мотлаҡ ҡышҡы резинаға күсергә кәрәк, был да авариялар һанын кәметә.

Быйыл 9 айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында 376 кеше һәләк булған

Республикала балалар ҡатнашлығындағы юл-транпорт ваҡиғалары ла йыш теркәлә. Бәлиғ булмағандарҙың кейеменә яҡтыртҡыс элементтар беркетергә кәрәк. Был да хәүефһеҙлек сараһы, ти автоинспектор Ленар Зиннуров:

Быйыл 9 айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында 376 кеше һәләк булған

Ҡараңғы ваҡытта төҫлө кейем кейергә кәңәш ителә. Сәғәтенә 60 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель аҡ кейемле кешене – 55, ә ҡара кейемле йәйәүлене 18 метрҙан күрә. Яҡтылыҡ ҡайтарыусы кейем элементтары 130-150 метрҙан күҙгә салына.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ