Төҙөлөш барышын онлайн күҙәтеү мөмкинлеге була. Алданған өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау федераль фонды 51 обьектта төҙөлөштө тамалау өсөн республикаға 6 миллиард һум бүлгән. Уның күләме буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренән ҡала өсөнсө урында. Ентекле мәғлүмәт банкрот булған төҙөлөш компаниялары бурыстарын көйләү буйынса Башҡортостан фонды, шулай уҡ Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайттарында урынлаштырыла.





