Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы көнө билдәләнә

Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы көнө билдәләнә
Фото №1 - Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы көнө билдәләнә

Февралдә республика парламенты депутаттары байрам тураһында ҡанун ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан халҡын иҫтәлекле көн менән тәбәрикләне. “Яңы байрам календарҙа лайыҡлы урын алырына ышанам. 13 ноябрь тарихи ғәҙеллекте нығыта, Бөйөк Ватан һуғышында яҡташтарыбыҙ ҡылған тиңһеҙ батырлыҡ тураһында хәтергә төшөрә”, - тип белдерҙе парламент спикеры. 13 ноябрь иҫтәлекле көн булараҡ осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың тап ошо көнөндә СССР-ҙың Оборона буйынса дәүләт комитеты милли формированиелар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева яҙмаһы.

Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы көнө билдәләнә

Дивизияның 3 мең 860 яугире  орден миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 5-е Дан орденының тулы кавалеры.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ