Унда яғыулыҡ станцияһы, автосервис пункты, кафе һәм ҡунаҡхана ҡаралған. Был турала онлайн-форматта үткән “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә “Прогресс” компанияһының генераль директоры Игорь Зарипов белдерҙе. Проект инженер һәм транспорт инфраструктураһы булдырыуға сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға республиканан финанс ярҙам ала.





