Башҡортостандың эске туризмы үҫешенә 27 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Башҡортостандың эске туризмы үҫешенә 27 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә
Фото №1 - Башҡортостандың эске туризмы үҫешенә 27 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Республиканың 11 проекты федераль грант отҡан. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдерҙе. “Республикабыҙ федераль һәм халыҡ-ара туристик журналдарҙа, телеканалдар эфирында йыш телгә алына. Был беҙҙең эшебеҙгә яҡшы баһа. Артабан үҫешергә көс бирә. Ике йыл эсендә беҙҙең команда туристик потенциалды арттырыу буйынса күп эшләне. Беҙ әле юл башында ғына, алда ҙур маҡсаттар бар”, тип яҙа Башҡортсотан Башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ