Билдәле шәхес иҫтәлегенә бөгөн Салауат районы Малаяҙ ауылында бюст һәм тыуған ауылы Торналы мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Артур Фәрүәз улының хеҙмәттәштәре, туғандары ҡатнашты. Салауаттар данлыҡлы яҡташтарының исемен онотмай, Артур Әхмәтханов белем алған Торналы урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, музей эшләй.
Бюсты асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, был саралар киләсәк быуын өсөн әһәмиәтле. Артур Фәрүәз улының тормош һәм хеҙмәт юлы замандаштары өсөн дә, йәш быуынға ла тыуған илгә сикһеҙ һөйөү, ҡаһарманлыҡ, патриотлыҡ өлгөһө булып тора. Артур Әхмәтханов Ватанының ысын улы, ғорурлығы була.
Рәмзиә Кәримова.




