Октябрҙең 50 йыллығы урамында магистраль сафтан сыҡҡан.
Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, авария зонаһына 176 күп фатирлы йорт һәм 14 социаль объект ҡарай. Улар араһында балалар һәм завод поликлиникаһы, туберкулезға ҡаршы диспансер, тиҫтәгә яҡын мәктәп һәм балалар баҡсаһы, педагогия колледжы бар. Махсус хеҙмәттәр тарафынан шунда уҡ ярылған торба асыҡланып, авария-тергеҙеү эштәре башланған.
Бер үк ваҡытта оператив штаб ойошторолған, социаль әһәмиәттәге объектарҙа электр йылытыу ҡоролмалары ҡуйылған. Белгестәр фатирҙар буйынса йөрөп халыҡты иҫкәртеп сыҡҡан. Урындағы гимназия менән мәҙәниәт йортонда 1 600 кешегә ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләнгән. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 17 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән. Эштәрҙе иртәгә таңғы сәғәт 6-ға тамамлау планлаштырылған.




