Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар дауам итә

Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү дружиналарының шәхси йорттарҙа янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтары дауам итә. Иглин районының 79-сы янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре лә ауыл биләмәләренә даими сыға.

Рейд барышында шәхси йорттарҙа янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылыуы, йылытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә.

Йыл башынан Иглин районында 280 янғын теркәлгән. Был былтырғы янғын осраҡтарынан икәүгә генә кәмерәк булһа, утта һәләк булыусылар 15-тән 3-гә, йәғни биш тапҡырға кәмегән. Рейдты ойоштороусылар әйтеүенсә, ни тиһәң дә, профилактик рейдтар эҙһеҙ үтмәй.

Фото №1 - Янғындарҙы иҫкәртеү буйынса рейдтар дауам итә

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ