«Берҙәм Рәсәй « партияһы ойошторған хәйриә сараһы ирекмәндәре мохтаждарға аҙыҡ-түлек тарата. Иғтибар башлыса 65 йәштән уҙғандарға, хроник сирлеләр һәм күп балалы ғаиләләргә. Тап ошо категория граждандар социаль хәүефле төркөмгә ҡарай, тип билдәләй «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәге волонтерҙары. Әле ҡалала 170 кешенән торған биш мобиль ирекмәндәр төрөкөмө эшләй.
Адреслы ярҙамды Нефтекамала йәшәүселәр ҙә аласаҡ. 65 йәште уҙған граждандар бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһы һорап ирекмәндәр үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Сөнки әлеге ваҡытта оло быуын вәкилдәре коронаврус пандемияһы менән бәйле өйҙәрендә ҡалырға мәжбүр.
Бушлай аҙыҡ-түлек тупланмаһына шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғәиәләләр ҙә дәғүә итә. Ярҙам ковид менән дауаханала ятыусыларға ла күрһәтелә.




