Кушнаренко районында бәләкәй балалар өсөн һуттар һәм джемдар етештерелә башлауы ихтимал

«Инвестиция сәғәте» тәртибендә ойошторолған сираттағы онлайн-кәңәшмәлә  эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге яңы проекттар тикшерелде.

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү үҙәген асыу башланғысы менән «Столыпин» емеш-еләк хужалығы етәксеһе Радмир Ғәлиев таныштырҙы. Ул билдәләүенсә, әлеге ваҡытта проектты ойоштороуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре ҡатнаша. Кәңәшмәлә эшҡыуарҙың ниәтен бойомға ашырыу өсөн һалым ташламаһы биреү, инвестиция кредиты буйынса процент ставкаһын ҡаплау хупланды. Радий Хәбиров балаларға тәғәйенләнгән продукцияны алға этәреүгә һис сикһеҙ ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе. «Был тәрән эшкәртеү. Республикала «Һөт кухнялары» нөктәләре аша сифатлы балалар аҙығын таратырға мөмкин», тине Башҡортостан башлығы. 

«Инвестиция сәғәте»ндә Ҡариҙел районында ағас эшкәртеү буйынса юғары технологиялы комплекс төҙөү проекты ла тикшерелде. «Евразия-СИАН» компанияһы 220 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеп, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, атап әйткәндә, йыһаз етештереү өсөн материалдар сығарырға ниәтләй. Әммә бының өсөн яңы производствоға сифатлы сеймал кәрәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡапларға ҡарар ителде. Бындай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә айырым кәңәшмә ойошторорға ҡушты.

Фото №1 - Кушнаренко районында бәләкәй балалар өсөн һуттар һәм джемдар етештерелә башлауы ихтимал

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ