Микрокредиттар менән оло проблемаларҙы хәл итеүгә

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына махсус займдар бирелә башланы. Ниндәй ставкалар һәм кемдәр дәғүә итә ала микрозаймдарға? БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Әхмәт Харрасов етәкләгән төҙөлөш ойошмаһы дәүләт подрядтарында эшләй. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты йыш ҡына ремонт, биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителә. Иҫәпләшеүҙәр үтәлгән эш акттары нигеҙендә башҡарылыу сәбәпле,  йыш ҡына аҡсаға ҡытлыҡ тойола. Шуға ла кредитлауға ихтыияж бар. Коммерция банктарының процент ставкалары юғары.

Микрокредитлау ойошмалары ярҙамында объекттағы эштәрҙе ваҡытында тамамлайбыҙ. Уларҙа процент ставкаһы йылына 4 проценттан саҡ ҡына юғарыраҡ. Был банктарға ҡарағанда кәмендә ике тапҡырға аҙыраҡ. Шулай уҡ банкка мөрәжәғәт иткәндә күп документ  юлларға һәм ай ярым самаһы көтөргә кәрәк.

Әхмәт Харрасов, подрядсы ойошма етәксеһе

Пандемияға бәйле, илдәге иҡтисади йәнлелек кәмегән осорҙа дәүләт бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙа. Бигерәк тә эште башлаған осорҙа микрокредит юлларға мөмкин. Әммә халыҡты бурыс һаҙлығына батырған микрофинанс ойошмалары менән бутарға ярамай. Йүнселдәргә аҡса киреһенсә, түбән проценттар менән бирелә.

Бизнес башлағанда алынған мөлкәтте залогҡа һалыу шарты менән 500 мең һумға тиклем аҡса бирәбеҙ. Рефинанслау ставкаһының өстән ике өлөшөнән сығып беҙҙең процент ставкаһы билдәләнә. Был яҡынса 3 процент самаһы. Бынан тыш бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам сараһы булараҡ гарантия йөкләмәләрен бирәбеҙ. Уның процент ставкаһы йыллыҡ 1 процент. Йәғни, һеҙ әле 1 миллион һум гарантия алһағыҙ, йылына 10 мең арттырып түләргә тура киләсәк.

Рәмил Хисмәтуллин, Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы етәксеһе

Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, микрокредит юллап, ыңғай яуап  алыуға, тәү  сиратта тауар етештереү һәм халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙе  яйҙа һалған предприятиелар дәғүә итә ала. Белгестәр, фекеренсә, ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа халыҡҡа эш урындары булдырыу шарт.

Фото №1 - Микрокредиттар менән оло проблемаларҙы хәл итеүгә
Башбат

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ