Өфө балалар филармонияһында капиталь ремонт дауам итә

Йыр-моң дәрестәре урынына төҙөлөш ҡоралдары тауышы. Коронавирус пандемияһы, проектҡа үҙгәрештәр индереүгә бәйле, төҙөлөш эштәрендә ваҡытлыса тотҡарлыҡтар булғайны. Шулай ҙа объектты йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бинаның тәүге ҡатында инвалид коляскаһында йөрөү өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Электр күтәргес, пандус мәсьәләһе лә хәл ителгән. Сәнғәт юлын һайлаусыларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ. Әле сәләмәт балалар ҙа филармония педагогтары менән онлайн-режимда шөғөлләнергә мәжбүр. «Мәҙәни мөхит» проектына ярашлы, учреждениела күләмле төҙөкләндереү эштәре уҙғарыла.

Ошо маҡсатта ҡала, республика, федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән.

Филармония ҡарамағында спорт залы ла бар. Бында буласаҡ гимнастар, акробаттар, цирк артистары өсөн дәрестәр үтә. Улар төрлө трюктар яһай, шуға хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы бында, тәү сиратта, иҙән яңыртыла. Уны буярға ғына ҡалған.

Өфө балалар филармонияһында 57 ижади коллектив шөғөлләнә, халыҡ, өлгөлө исемен алған ансамблдәр ҙә бар. Билдәле булыуынса, учреждение етәкселеге тәүҙә үҙ көсө менән ремонт эштәрен башлаған. Тамаша залында ултырғыстар, ишектәр яңыртыла, эске яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарыла. Тап был башланғыс бинаны тулыһынса төҙөкләндереүгә этәргес бирә. Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре эш күләме ҙур булыуын билдәләй. Фойе-коридорҙар ҙа хәҙер заманса төҫ ала.

Филармония бинаһы етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән, бында мәҙәни мираҫ объекттары тип иҫәпләнгән совет мозаикалары ла бар, уларҙы һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Фойе, баҫҡыс майҙансығында һүрәтләнгән Өфөнөң иҫтәлекле урындары ла үҙгәрешһеҙ ҡала. Быға тиклем бина эсендә һыуыҡ булған. Проблеманы тулыһынса хәл итеү маҡсатында йылытыу системаһы, витраж тәҙрәләр яңыртыла.

Әлегә бинала капиталь ремонт 90 процентҡа тамамланған. Төҙөүселәр объектты декабрҙә файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй. Яңы йылда бында балаларҙың шат тауыштары яңғырар тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина.