Башҡортостанда билдәле сәнғәт эшмәкәре, кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитовты һуңғы юлға оҙаттылар

Милли кино үҫешенә тос өлөш индергән күренекле шәхес менән хушлашыу баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында үтте. Хеҙмәттәштәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Фәрит Фәтих улын башҡорт киноһының аҡһаҡалы тип иҫкә алды.

Эш дәүерендә Фәрит Ғәбитов төрлө ижади ойошмалар менән етәкселек итә. Уның ярҙамында күләмле ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Фәрит Ғәбитов «Пугачев», «Ай тотолған төндә» һәм «Алтын атлы һыбайлы» фильмдарының консультанты булып сығыш яһай.

Белорет районы Аҙналы ауылында тыуып үҫкән Фәрит Ғәбитов республиканың кино музейын төҙөү, ғүмерҙәрен кино сәнғәтенә арнаған кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Салауат Юлаев ордены кавалеры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Фәрит Фәтих улы Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнде.

Фото №1 - Башҡортостанда билдәле сәнғәт эшмәкәре, кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитовты һуңғы юлға оҙаттылар

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ