Башҡортостан ҡыҙҙары федераль каналды шаулатты

Бер көндә өс яҡташыбыҙ Беренсе каналдың төрлө проекттарында сығыш яһаны.

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитова «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ҡатнашты. Стилләштерелгән милли кейемдә, ҡурайҙа уйнаған, сер һүҙҙең ете хәрефен дә әйтеп биргән башҡорт ҡыҙының еңеүенә өмөт ҙур була. Әммә, яңылышып, ул беренсе турҙан төшөп ҡалды. Земфира тапшырыу барышында Леонид Якубовичты милли ризыҡтар һәм башҡорт халҡы тарихы менән таныштырҙы.

Ә «Голос» тапшырыуында яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Финалға тиклем еткәндәре лә булды. Был юлы тамашасы Өфө сәхнәһендә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылған Екатерина Ямщикова менән 17 йәшлек Яна Ғәббәсова өсөн янып-көйҙө. Әммә проекттың киләһе турына тик Нефтекама ҡыҙы ғына үтте. Уға билдәле «Титаник» фильмындағы йыр уңыш килтерҙе.

Азат Ғәлиуллин.