Илһөйәрлек рухында

Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы концерт залында күренекле композитор Данил Хәсәншиндың 80 йәшенә арналған кисә үтте. Сара Башҡортостандың симфоник оркестры оҙатыуында барҙы.

Рухи ныҡлығы һәм тәрәнлеге менән һуғарылған классик увентюра. «Байрамда» исеме аҫтында ижад ителгән әҫәр 22 минут самаһы уйналыуына ҡарамаҫтан ул һәр кемдең күңеленә юл тапты. Композиция сәнғәт фәндәре кандидаты Азамат Хәсәншин дирижерлығында яңғыраны.

Улының дирижерлығын, тамашасы залынан күренекле композитор үҙе күҙәтте. Бар иғтибарын ул сәхнәгә түгел, ә ноталарға  йүнәлтте. Данил Хәсәншин үҙен музыка ҡоралдарында уйнауын хис итеп талғын ғына ҡулдары менән йәнләндереп ултырҙы. Композиторҙың 80 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһе Башҡортостандың Милли симфоник оркестры оҙатыуында барҙы. Ижадсы репертуарындағы ҙур күләмдәге әҫәрҙәр башҡарылды. Улар араһында «әйтеш», «бәйеттең тыуғаны» кеүек композициялар ҙа бар.

Шуға ла Данил Хәсәншин бар ғүмерен музыкаға арнай. Бер генә көнөн дә ул музыка ҡоралынан тыш күҙ алдына ла килтермәй. Композицияларҙың да ҡайһыһын ғына миҫалға алма, тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Һәр әҫәр тамашасыға композиторҙың музыкант араһындағы әңгәмә булараҡ яңғырай.

Башҡорт профессиональ академия музыкаһы халыҡты тәбиғилеге һәм халыҡсанлығы менән арбай. Ижад сере ябай. Данил Хәсәншин уны тыуған Илеш районы, бай тарихлы республикаһынан алырға тырышҡан. Һуғыш осорона тура килгән балалыҡ һәм үҫмер йылдары ла композитор әҫәрҙәрендә төплө урын алған. Шуға ла күп кенә композициялар илһөйәрлек рухы менән һуғарылған.

Азат Ғәлиуллин