Ветеринария лабораторияларында 1 меңдән ашыу тест эшләнгән, сир асыҡланмаған. Әммә Рәсәйҙә хәл ҡатмарлы ҡала, 11 төбәктә 78 урында ҡош киҙеүе бар. Был уҙған йылдағынан 15 тапҡырға күберәк. Башҡортостан менән сиктәш Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә лә теркәлгән. Ветеринарҙар халыҡҡа ҡош-ҡортто һуйырға йәки уларҙы ихатаға сығармай, ябып торорға кәңәш итә. Республика Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин:
Ҡош ҡорттоң сирләү, ҡапыл үлеү осраҡтары булһа урындағы ветеринария бүлексәһенә йә 8-800-77-55-828 һандары буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратырға кәңәш ителә.





