Башҡортостанда юл хужалығы ҡышҡа әҙер

Башҡортостанда юл хужалығы ҡышҡа әҙер
Фото №1 - Башҡортостанда юл хужалығы ҡышҡа әҙер

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев шулай тип сығыш яһаны. Республикала ҡышҡы миҙгелдә 48 мең ярым километр юлды тәртиптә тотоу өсөн техника 90 процентҡа әҙер, реагент һәм боҙға ҡаршы материалдар тупланған.

Башҡортостанда юл хужалығы ҡышҡа әҙер

Республика юл хужалығы өсөн быйыл ҡыш өҫтәп 160 миллион һум бүленә. Был аҡсаға махсус техника һатып алына. Ул район һәм ҡалаларға ебәрелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ