Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә оҫталыҡ дәресе үтә. Унда белгестәр милли баш кейемен тегергә һәм биҙәргә өйрәтә. Сараны ойоштороусыларҙың береһе Минзилә Ғәйнуллина һөйләй.
Ҡашмау яһау буйынса оҫталыҡ дәресе 19-20 ноябрҙә үтә. Саранан әҙерләнгән видеояҙманы Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә ҡарарға була.






