Журналдың ноябрь һаны тулыһынса прозанан тора. Редакция коллективы фекеренсә, был алым уҡыусыларҙы арттырырға булышлыҡ итә. Баҫманың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин:
Әйткәндәй, республикала “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы башланды. Уны “Башҡортостан” нәшриәт йорто үткәрә. Сарала киләһе йылға газета-журналға яҙылыусылар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт менән баҫмаларҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға була.






