Радий Хәбиров бөгөн Ҡаҙағстан илсеһе менән осрашты

Радий Хәбиров бөгөн Ҡаҙағстан илсеһе менән осрашты
Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн Ҡаҙағстан илсеһе менән осрашты

Күрше дәүләт делегацияһын Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ермек Кошербаев етәкләй. Республика Башлығы әйтеүенсә, Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан араһында элек-электән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырылған. Ике төбәк араһында тауар әйләнеше 350-500 миллион долларға баһалана. Быйыл мартта Өфөлә Ҡаҙағстандың Почетлы консулы эшләй башланы. Әле Нур-Солтанда Башҡортостан вәкиллеген булдырыу буйынса эш алып барыла. Яҡтар артабан да сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытырға килеште.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ