Батырҙар даны мәңгелек

Баймаҡ районы Йылым ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә стела асылды. Мәғлүм булыуынса, Йылымдар Айыҡ ауыл – 2019 республика конкурсында икенсе урын яулап, аҡсалата сертификатҡа эйә булғайны. Еңеү паркында төҙөкләндереү ошо матди ярҙам сиктәрендә башҡарылды.

Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәй. Йылым ауылынан барлығы 53 кеше фронтҡа оҙатыла. Абдуллиндар ғаиләһенән Бөйөк Ватан һуғышына бер юлы бер туған дүрт ир-егет алына. Нурфәиз Мөхәмәтша улы иң ҡаты алыштарҙың береһе – Курск дуғаһындағы һуғышта ҡатнаша.

Яу яланында дошмандарҙы ҡыйратҡан фронтовиктар, тыл да иһә хеҙмәт батырлыҡтары менән еңеүҙе яҡынайтҡан тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә Йылымда стела асылды. Еңеү паркында батырҙар исеме мәңгелеккә урын алды.

Йылымдар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата бихисап материалдар туплай. Эҙләнеү эшен уҡытыусы Ғәле Фәхретдинов алып бара. Тиҙҙән һәр фронтовиктың яу юлы китапта баҫылып сығасаҡ.

Айыҡ ауыл республика конкурсында еңеп, бүленгән аҡса маҡсатлы ҡулланылды. Стеланан тыш, Раш шишмәһе лә яңы һулыш ала. Килендәрҙең һыу башлау урыны кәртәләнеп, хәҙер ауылға йәм өҫтәп ултыра. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы – Фаяз Ғәбиҙуллин.

Урындағыларҙы тырышлыҡтары менән еңеп алынған аҡсаға, шулай уҡ, мәктәпкә заманса ҡоролмалар алына. Тағы ла балалар майҙансығы сафҡа инеүе көтөлә. Йылымдар үҙҙәренең берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатлап, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй.

Фото №1 - Батырҙар даны мәңгелек

Әлфиә Хәмитова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ