Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 116 кешегә артҡан

Шулай итеп пандемия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 12444 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа 318 кеше дауалана, уларҙың 32-һе ауыр хәлдә, 6 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 948 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.

Тәүлек эсендә дауаханаларҙан – 9, бөтәһе 11110 кеше һауығып сыҡҡан. Инфекция ҡорбандарына килгәндә, улар 68-гә етте – уҙған тәүлектә Ковид-19 вирусынан тағы ла бер кеше һәләк булған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 116 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ