Өфөнөң Дим районында клиник дауахана яңыра

Күптән түгел төп стационар тирәләй биләмәгә яңы асфальт түшәлгән, майҙандарҙ киңәйтелә, заманса дауалау ҡоролмалары һатып алына. Дауахана республикала тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталь тәртибендә эш башлаған медицина учреждениеһы. Бөгөн ул ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала тапҡан әсәләрҙе коронавирус инфекцияһынан дауалауҙа махсуслаша.

Дим районы клиник дауаханаһы, Өфөләге бай тарихлы медицина учреждениеларының береһе. Ул уҙған быуаттың 70 йылдарында асылған. Быға тиклем тимер юлсылар биҫтәһен хеҙмәтләндергән. Пандемия башланыу менән дауахана табиптары тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығына баҫты. Яҙ көндәрендә ковид-госпиталь мөмкинлектәре менән танышҡан мәлдә Башҡортостан башлығы биләмәне төҙөкләндерергә һәм яңы асфальт түшәргә ҡушҡайны.

Әлеге ваҡытта дауахана майҙандарын киңәйтеү эше бара.Үҙәк ишек алдында ҡоролған төкәтмә ярҙамында пациенттарға яҡындары килтергән аҙыҡ түлекте тапшырыу урындары, гардероб һәм табиптар өсөн таҙа зонала конференция залы булдырыласаҡ.

Дим биҫтәһендәге ковид госпиталь коронавирусты дауалау буйынса бай тәжрибә туплаған дауахана. Бындағы палаталарға коронавирсу киҫкенләшеп, үпкәләре ауыр зарарланған пациенттар эләгә. Медицина учреждениеһы замандың һуңғы талабы буйынса дауалау ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, экмо аппараты Рәсәйҙә әле Мәскәү клиникалары һәм Дим биҫтәһендә генә файҙаланыла. Ул коронавирус йоҡтороп, хәле ауырлашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы  дауалауға тәғәйенләнгән. Ҡоролма ҡиммәтле һәм үҙенсәлекле, ә иң мөһиме Дим районы клиник  дауаханаһында уны ҡуллана белгән табиптар бар.

Үпкәләре зарарланған пациенттарҙы таҙа кислородҡа тоташтырыу мәсьәләһе хәл итеү өсөн махсус ҡоролма һатып алынған. Концентратор кислородтты үҙе эшләп сығара.

Дим районы клиник дауаханаһына пандемия башланған осорҙан алып тотош республиканан коронавируслы пациенттар ҡабул ителә. Бынан тыш, ғәҙәти ауырыуҙарҙы дауалау ҙа дауам итә. Аҡ халатлылар күптән инде вахта ысулынан сменалап эшләүгә күскән. Ни тиклем хәүефле булмаһын, ковид яңы ысынбарлыҡҡа әйләнә бара. Өҫтәмә фиҙаҡәрлек күрһәткәндә уға ла яраҡлашырға мөмкин. Был күренеш Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталь  миҫалында  асыҡ сағыла.

Фото №1 - Өфөнөң Дим районында клиник дауахана яңыра

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ