Иглин районы үҙәгендә өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүгә федераль һәм төбәк ҡаҙнанан 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Күптәргә торлаҡ өсөн компенсация түләнәсәк. План буйынса юғары әҙерлектәге күп ҡатлы ике йорт төҙөлөшөн тергеҙеү ҙә ҡаралған. Әлегә был объекттарҙа тынлыҡ. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар суд тупһаһын тапарға мәжбүр. Киҫкен мәсьәлә ҡасан хәл ителер? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.
Земфира Ғибәҙуллина хаҡлы ялын иркен, яңы фатирҙа үткәрергә планлаштыра. Тик берҙән-бер өйөн һатып, күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә аҡса һалыу хаталы аҙымға әйләнә. Компания банкрот тип иғлан ителә. Биләмәлә оҙайлы тынлыҡ урынлаша. Һөҙөмтәлә ҡатында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары киҫкенлешә.
Иглин ауылында күләмле төҙөлөштө туҡтатҡан «Башлстк» компанияһына ҡарата банкротлыҡтың конкурс производствоһы иғлан ителгән. Ойошманан ике йөҙҙән ашыу өлөшсө зыян күргән. Биш-алты йыл дауамында улар фатир асҡыстары өсөн әүҙем көрәш алып бара. Хәйер, торлаҡ комплексындағы проблеманы хәл итеү юлы ла табылған. Быйыл төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондынан юғары әҙерлектәге ике йортта төҙөлөштө дауам итеүгә аҡса бүленә. Бөгөнгә тиклем биләмәлә эштәрҙең тергеҙелмәүе күптәрҙе хафаға һалған.
Билдәле булыуынса, әлегә компанияның проблемалы объекттарын Башҡортостандың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар фондына күсереү буйынса арбитраж суд ултырыштары бара. Был тәүге тәжрибә, документтар ентекле тикшереү үтә. Шуға процестар ҙа оҙаҡҡа һуҙылған.
Күп ҡатлы ике объект юғары әҙерлектә тип һанала, шуға фонд белгестәре уларҙы бер йыл эсендә файҙаланыуға тапшырырға мөмкин тип билдәләй. Өлөшсөләр бәхетле минуттар кисереүгә һуңғы өмөтөн өҙмәҫкә тырыша.
Сатнаған тәҙрәләр аша бөгөн һыуыҡ килә. Шулай ҙа тиҙҙән улар яңыртылып, тиҫтәләгән ғаилә өсөн йылылыҡ сығанағы булыр тип көтөлә.
Кирбес өйөмдәре тауҙы хәтерләтә. Биләмәлә тағы ла ике проблемалы объект бар. Әммә уларҙа төҙөлөш эштәре дауам итмәйәсәк, федераль фонд тарафынан был өлөшсөләргә омпенсация түләргә ҡарар ителгән. Бөгөн күптәр торлаҡҡа һалынған аҡсаһын кире ҡайтарған.
Гөлназ Хәйбуллина.




