Республиканың төп телеканалы эфирында үткән асыҡ академияға теләге булған һәр кем ҡушыла алды. Проект был юлы телевизион форматта үтте. Өс сәғәт самаһы барған эфир даирәһендә төрлө өлкә белгестәре гүзәл зат вәкилен бәхетле итеү серҙәре менән уртаҡлашты.
Йыр-моңдоң тоғро юлдашы ғына түгел, халыҡ артисы шулай уҡ аш-һыу бешереүгә лә әүәҫ. Тура эфир студияһында Айҙар Ғәлимов иртәнге аш рецебы менән уртаҡлашты. Тулҡынланыуын да йәшермәне. Артист аш-һыу бүлмәһенә ҡарағанда, үҙен сәхнәлә иркен тотоуын белдерҙе.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһының бер йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда 23 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республика район-ҡалаларында махсус майҙансыҡтар эшләне. Пандемияға бәйле, сираттағы проектты телевизион форматта ойошторорға ҡарар ителгән. Өс сәғәтлек тура эфир өсөн студияны ҡороп-йыйыуҙа тәүлек самаһы ваҡыт китә. Һорауы булғандарға төрлө өлкә белгестәре кәңәштәрен еткерҙе.
Дүрт бала әсәһе Айгөл Йәнтүрина бөгөнгө проекттың төп геройҙарының береһе. Ул ғаиләләге проблема арҡаһында ресурс үҙәккә эләгә. Бында башлыса йәберләүгә дусар булған ҡатын-ҡыҙҙар яҡлау эҙләп һыйына. Психолог ярҙамынан һуң, Айгөл яңыса тормош башлау ниәтендә сәсен икенсе төҫкә буятырға ҡарар итә. Ғөмүмән, өҫ-ҡиәфәте тотошлай үҙгәрә. Тик геройҙар үҙҙәрен проект һуңында күрергә тейеш ине.
Йәшел, ҡыҙыл, көрән төҫлө билмәндәр. Бындай төр ҡупшы ризыҡты ашау өсөн ресторандарға йөрөргә кәрәкмәй. Каринэ Хәбирова төҫлө ҡамыр баҫыу серҙәре менән уртаҡлашты. Бары тик сөгөлдөр, йә шпинат йәшелсәһенең һутын ҡушып бутау ҙа етә. Телемарафонға видеобәйләнеш аша йырсы Алһыу һәм табип Комаровский ҙа ҡушылды.
Үҙ-үҙҙәрен визажистан һуң, күрмәгән проект геройҙары студия көҙгөһө аша ҡараны. Ыҡсым кейем, еңелсә макияжда улар дефилеға сыҡты. Радик Юлъяҡшиндан гөлләмәләр алып ҡыуанды.
Киләһе йыл «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Санкт-Петербург ҡалаһында 3-Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнашыр тип көтөлә. Тимәк, Башҡортостан гүзәл заттары өсөн нигеҙ һалынған проект Халыҡ-ара кимәлгә сыға.
Азат Ғәлиуллин.




