Пермь крайы Барҙа районында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Бер нисә мөһим ваҡиғаны берләштергән сараның төп өлөшөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төбәктә түңәрәк өҫтәл дә ойошторҙо. Ғәйнәләр ырыуы вәкилдәрен туплаған ҡор хаҡында киләһе сюжетта.
Барҙа гимназияһында эшләп килеүсе йәкшәмбе мәктәбенең проектын уникаль тип әйтергә була. Сөнки ул Башҡортостан Башлығы Грантына яҡланған Һәм Тәтешле районының башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан тормошҡа ашырылған төбәк-ара проект. Әлегә балалар шәмбе һайын 6 дәрес кенә уҡыған. Синыф бүлмәһе республика Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында йыһазландырылған. Был юлы ла кабинетҡа сертификат тапшырылды.
Ғәйнәләрҙән исемдәре Рәсәй тарихына ингән шәхестәр бик күп. Уларҙың береһе – Ғәйнә олоҫо старшинаһы, Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный??? комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы Туҡтамыш Ишбулатов. Был көндә уға скульптура комплексы асылды. Шәжәрәне архив мәғләүмәттәренә ярашлы Альберт Мәхмүтов төҙөһә, ырыу ағасының да, бюстың да авторы – рәссам, скульптор Айрат Ҡобағошов.
Түңәрәк өҫтәл эшендә ике төбәктең дә профилле мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостан һәм Пермь крайы тарихсылары һәм этнографтары, башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеүҙә туған телде уҡытыу, ерле халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡуҙғатылды. Йәкшәмбе мәктәбе тәжрибәһенән сығып киләсәктә мәктәптәрҙең береһендә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу мәсьәләһе крайҙың мәғариф министрына еткерелде.
Түңәрәк өҫтәлдә «Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы» һәм Ғәйнә башҡорттары тарихына арналған «Беҙ – башҡортлар» брошюраһы менән таныштырылды. Зум платформаһында барған онлайн аралашыуҙа бик күп төбәк башҡорттары ҡатнашты. Тимәк, уларҙың уй-ниәттәре уртаҡ, һүҙҙәре берегә тигәнде аңлата.
Рәшиҙә Ишембәтова.






