Республика Башлығы “Транспорт сәғәте” ултырышында ҡала етәкселегенә аныҡ программа әҙерләү бурысын ҡуйҙы. “Электр транспорты – ҙур ҡалалар инфраструктураһының киләсәге. Быға тиклем уның менән етди шөғөлләнгән булманы. Мәсьәләне ентекле өйрәнеп, был йүнәлештә эшмәкәрлек стратегияһын булдырырға тәҡдим итәм”, - тине Радий Хәбиров.





