Республикала был талапты үтәмәгән кешеләргә көн һайын 200-гә яҡын штраф һалына. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, рейдтар маска кейеү ғәҙәтенә күнегергә мәжбүр итә.
Ҡайһы бер райондарҙа битлек тәртибен үтәмәүселәргә ҡарата штраф аҙ һалынған.
Радий Хәбиров республика ойошма һәм предприятиеларында санитар-эпидемиологик саралар үтәлешен контролдә тоторға ҡушты. Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн изоляция тәртибе ғәмәлдә.





