Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 9 айҙа республика аша үткән М-5 һәм М-7 трассаларында 51 кеше үлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре – тиҙлекте арттырыу, ҡаршы юл һыҙатына сығыу, шулай уҡ йәйәүлеләрҙе бәрҙереү булған.





