Башҡортостанда мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды

Башҡортостанда  мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды
Фото №1 - Башҡортостанда  мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды

“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһендә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһының икенсе өлөшө башланды. Был юлы компьютер планшеттары дистанцион белем алған өлкән класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, хәйриә акцияһы артабан да дауам итәсәк.

Башҡортостанда мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды

         Компьютер планшеты алыусылар араһында Күгәрсен һәм Баймаҡ уҡыусылары бар. Электрон гаджет район вәкилдәренә тапшырылды. 

Башҡортостанда мохтаж ғаиләлә тәрбиәләнгән 200 балаға компьютер планшеты тапшырылды

“Өйҙә уҡырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы быйыл мартта иғлан ителде. Бағыусылар, депутаттар һәм ойошмалар ярҙамында 800-ҙән ашыу компьютер планшеты тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ