Башҡортостанға балалы ғаиләләргә түләү өсөн өҫтәмә 4 миллиард 200 миллион һум бүленде

Башҡортостанға балалы ғаиләләргә түләү өсөн өҫтәмә 4 миллиард 200 миллион һум бүленде
Фото №1 - Башҡортостанға балалы ғаиләләргә түләү өсөн өҫтәмә 4 миллиард 200 миллион һум бүленде

Аҡса Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан йүнәлтелә. Ул 3 йәштән 7 йәшкәсә балалар өсөн тәғәйенләнә. Федераль үҙәктән бүленгән аҡса суммаһы буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында өсөнсө урында килә. быға тиклем балалы ғаиләләргә ярҙам өсөн резерв фондтан Башҡортостанға июлдә һәм октябрҙә 1 миллиард 400 миллион һум күсерелгәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, түләү 3 йәштән 7 йәшкәсә балалар өсөн мохтаж ғаиләләргә ҡарала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ