“КилСтройИнвест” һәм “ИнвестКапиталСтрой” ойошмалары буйынса ҡарар ҡабул ителде. Өфө районында “Миловка паркы” торлаҡ комплексы өлөшсөләрәнә 25 миллион һум, Ҡырмыҫҡалы районы “Өфө Кремле” торлаҡ комплексынан фатир алырға теләүселәргә 22 миллион һум компенсация бүленә. Алданған өлөшсөләрҙе яҡлау фонды республикаға 6 миллиард 700 миллион һум бүлде.





