Ул 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға урынлаштырыла. Скульптураның авторы – Сосланбәк Тавасиев, архитекторы – Исмәғил Ғәйнетдинов. Салауат Юлаев һәйкәле Европала иң ҙур һыбайлы һындарҙың береһе иҫәпләнә. “Батырыбыҙ һаны республика символына әйләнде. Беҙ был монумент менән ғорурланабыҙ”, - ти танылған скульптор Өлфәт Ҡобағошов.
19 ноябрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы Сосланбәк Тавасиевтың ижадына арналған сара ойоштора. Ул скульпторҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға була.





