Бөгөн 8 март урамында 7 метр бейеклек шыршы ҡуйылды. Быға тиклем пикселле ҡупшыҡай “Торатау” Конгресс-холы алдында ҡоролдо. Ҡала хеҙмәттәре көн дә Ағиҙел йылғаһындағы боҙҙоң ҡалынлығын тикшерә. Әле ул 10 сантиметр. Боҙ ҡалынлығы 15 сантиметрға еткәс, оҫталар уны ҡырҡып, скульптура яһауға тотона.





