Уларҙың дөйөм килеме быйыл 1 миллард ярым һум булырға тейеш. Бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән “Ауыл хужалығы” сәғәтендә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Республика Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, тауар эшкәртеү өлкәһендә башҡарылған проекттар тураһында белдерҙе. Төбәктә 167 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештерелгән. Радий Хәбиров киләһе ултырышҡа бөгөн әйтелгән тәҡдимдәрҙе муниципалитет позицияһынан әҙерләргә ҡушты.





