Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар һаны 121-гә етте

Пневмония диагнозы ҡуйылыусылар 389 кешегә артты. Пандемия башланған осорҙан теркәлгән иң юғары күрһәткес республикала Ковид-19 вирусынан сирләүселәр һанын 12565-кә еткерҙе.

Тәүлек эсендә сирҙән бер кеше вафат булған – Өфөлә йәшәгән 73 йәшлек ирҙең йөрәк сиренән һәм атеросклероздан яфаланыуы билдәле. Бөгөнгә коронавирустан стационарҙарҙа 317, амбулатор шарттарҙа 1025 кеше дауалана. Уҙған тәүлектә сирҙән 44, бөтәһе 11154 кеше һауыҡҡан.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар һаны 121-гә етте

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ