Өфөлә «Коронавирус пандемияһы осоронда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау» буйынса Евразия конгресы башланды. Видеоконференция форматында үткән форумда Рәсәй ғалимдарынан тыш, Ҡытай, Германия һәм Италия белгестәре кардиология, кардиохирургия өлкәләрендәге ҡаҙаныштар менән таныштыра. Конгресс сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Республика кардиология үҙәге тарафынан ҡатмарлы операциялар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.
Республика кардиология үҙәгендә йылына ун мең пациент стационар дауалау үтһә, 80 мең кеше консультация ярҙамы ала. Коронавирус пандемияһы ваҡытында телемедицинаға иғтибар көсәйгән. Өфө белгестәре район-ҡала дауаханалары менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә, пациенттарҙы дауалау, диагноз ҡуйыу буйынса кәңәштәр бирә. Билдәле булыуынса, Ковид-19 инфекцияһы осраҡтарының 25 процентында йөрәк зыян күрә.
Гөлназ Хәйбуллина.




